

Өфөләге Яҡутов паркында урынлашҡан Һалдат күлендә бер ир вафат булған, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, һыу ингәндә ирҙең хәле насарайған, уға башҡа кешеләр ярҙамға килгән.
Үкенескә күрә, саҡырылған "Тиҙ ярҙам" зыян күреүсене ҡотҡарырға тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, ул вафат булған. Граждандарҙы яҡлау идаралығында билдәләүҙәренсә, ир тыйылған аншлаг алдынан һыу ингән.
Әле үлем сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Т. Аманов