Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август , 00:08

Хаҡлы ялдағылар Воскресенскка ял итергә килде

Баҡыр иретеү заводы һәм бында бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү проектын бойомға ашырыу буйынса бөтә республикаға билдәле булған Мәләүез районының Воскресенск ауылы «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһының маршрутына индерелгәйне. Был ауылға Өфөнән бер төркөм туристар килде.

Хаҡлы ялдағылар Воскресенскка ял итергә килде
Хаҡлы ялдағылар Воскресенскка ял итергә килде

Уларҙы ауылы халҡы рус халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән ҡаршы алды. Туристик маршрутта тәүге нөктә ауыл мәҙәниәт йорто булды. Үҙенең таланттары менән бөтә районға дан тотҡан мәҙәниәт йорто коллективы милли ҡоралдарҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Һәр ҡунаҡ үҙен ҡалаҡсылар ансамблендә ҡатнашыусы итеп хис итә алды.

Мәҙәниәт учреждениеһы мөдире Наталья Смирнова йыйылыусыларға был төйәктең тарихын һөйләне, уның үҙенсәлеген аңлатты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы буйлап экскурсия үткәрҙе. Ауыл халҡы килгән ҡунаҡтар менән бергәләп  рус халыҡ йырҙарын йырланы, милли музыкаға бейене.

Көньяҡ Уралда ошондай тәүге завод булған билдәле баҡыр иретеү заводы маршруттың киләһе нөктәһе булды. Уның үҙенсәлеген Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр билдәләп үтте. Өфө туристары ла ыңғай тәьҫораттар алды. Йәнә улар Воскресенскиҙың төп иҫтәлекле урындарының береһендә - боронғо православие ғибәҙәтханаһында булды.

Туристик төркөм "Сирень" кафеһында ашап алғас, маршрутын артабан дауам итте. Улар  билдәле Торатау шиханына ҡарай юлланды.

– "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" төркөмөн осраҡлы ғына күреп ҡалғас, барырға булдым. Мәләүез районында – тәүгәмен. Барыһы ла шул тиклем оҡшаны! Мин хатта был экскурсиянан бындайҙы көтмәгәйнем дә. Айырыуса картиналар галереяһы, һәм, әлбиттә, завод оҡшаны, – ти Өфө ҡалаһынан хаҡлы ялдағы Зөһрә Нафиҡова.

Өфөнән хаҡлы ялдағы Ильза Булгакованың да тәьҫораттары етерлек.

– Мин күп сәйәхәт итәм, әммә бында – беренсе тапҡырмын. Мин бында осраҡлы ғына килмәнем, күптән инде ошо ауылды ҡарарға, уның тарихы менән танышырға теләй инем. Өйөмдә Воскресенко ауылындағы Баҡыр иретеү заводы тураһында китап бар. Тормош иптәшемдең бында килгәне бар, һөйләй ине. Бөгөн күптәнге теләгем тормошҡа ашты. Бында шунлай дәртле һәм талантлы кешеләр йәшәй, уларға ҡунаҡсыллыҡ өсөн айырым рәхмәт!  – ти ул.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в