Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Август , 10:54

Еләк-емеште нисек һаҡларға?

Йәйге  йәмле тәбиғәт ҡосағында еләк йыйыу үҙе бер ожмахҡа тиң.  Кемдәрҙер йылдың был күркәм миҙгелен еләк-емеш йыйыу, ҡышҡылыҡҡа тәмлекәстәр әҙерләп ҡалыу өсөн генә лә көтөп алалыр.  Оҫта хужабикәләр ниндәй генә ҡайнатмалар, компоттар, джемдар әҙерләмәй.   Хәҙер еләк-емеште һаҡлау мөмкинлектәре лә киңәйҙе, йыйып алаһың да туңдырғысҡа һалаһың. Улай хатта яҡшыраҡ та, витаминдары ла шул килеш тиерлек һаҡлана.

Еләк-емеште нисек һаҡларға?
Еләк-емеште нисек һаҡларға?

 

Туңдырыу

Емештәрҙе туңдырыр алдынан яҡшы итеп йыуырға һәм таҫтамалға һалып киптерергә кәрәк. Кипкәс иһә әҙ-әҙләп ҡапсыҡтарға һалып, эсендәге һауаһын сығарып, ауыҙын еп менән бәйләргә. Ҡурай еләге, ер еләге кеүек тиҙ иҙелеп барған емештәрҙе тәүҙә тимер тәрилкәгә  теҙеп һалып туңдырырға, һуңынан ҡапсыҡтарға  тултырырға мөмкин.

Киптереү

Еләк-емештәге витаминдар һәм файҙалы матдәләр уларҙы киптергән ваҡытта ла яҡшы һаҡлана.  Әлбиттә, быны дөрөҫ эшләү шарт. Бынан тыш,  киптергән ваҡытта емештәрҙең ауырлығы һәм күләме кәмей, тимәк, һаҡлауы ла уңайлы.  Бөтә төр еләк-емештәрҙе лә киптерергә мөмкин.  Киптерер алдынан уларҙы яҡшы итеп йыуырға, һуңынан  микробтарын үлтереү өсөн эҫе һыу менән бешекләп алырға онотмағыҙ. Ҡурай еләге, баҡса еләге, ер еләге кеүек йомшаҡтарын парҙа ғына бешекләйҙәр.

Емештәрҙе ҡояшта һәм махсус киптергестә лә киптерергә мөмкин. Иң яҡшыһы – тәүҙә асыҡ һауала киптереп, һуңынан мейескә ҡуйып алыу. Ҡояшта киптереү өсөн еләктәрҙе ҡаты туҡымаға йә картонға тигеҙ итеп йәйеп, ҡояшлы урынға һалыу ҙа етә, тик ваҡыты-ваҡыты менән улар  йәбешмәһен өсөн бутап тороу кәрәк.  Духовкала киптереү күпкә ҡатмарлыраҡ. Мейестең температураһын яйлап ҡына арттыра бараһың, ишеген тәүҙә ҡыҫыбыраҡ тороп, һуңынан ғына нығытып ябаһың. Өҫтәүенә, ҡапыл ҡыҙыу итеп емештәрҙе көйҙөрөп ҡуйыуҙан һаҡларға тура килә.

Ҡайнатма

Ҡышҡы һыуыҡтарҙа хуш еҫле еләк ҡайнтамаһы банкаһын асып ебәрһәң, матур йәй көндәре иҫкә төшөп, кәйеф күтәрелеп китә.  Әлбиттә, ҡайнатманы һәр хужабикә үҙенсә әҙерләй. Шулай ҙа  ҡайһы бер ҡағиҙәләргә иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән:

- Ҡурай еләген ҡайнатыр алдынан йыуырға кәрәкмәй, ә баҡса еләген тәүҙә йыуалар, һуңынан ғынан ҡыйынан таҙарталар. Алма, айва һәм грушаның ҡабығын әрсергә мөмкин, ә слива менән персикты бешекләйҙәр.

- Ҡайнатма әҙерләнә торған һауыт тутыҡмай торған тимерҙән булырға тейеш.

- Ҡайнатма һыуынмайынса банкаларға ҡойорға ярамай.

-  Банкаларҙы полиэтилен ҡапҡас менән ябырға мөмкин, йәиһә өҫтөнә 1 см ҡалындығында шәкәр һибеп, ҡағыҙ түңәрәк кенә ябып ултыртырға ла була. Беҙҙең әсәйҙәр ҡайнатманың өҫтө күгәрмәһен өсөн саҡ ҡына май иретеп ҡоя ине.

Повидло һәм джем

Повидлоны ла төрлө емештән әҙерләргә була. Бының өсөн уны бешерәләр һәм дуршлаг аша үткәрәләр. Килеп сыҡҡан пюреға   шәкәр ҡушып,  бер аҙ ҡайнаталар.  Шәкәрҙе күберәк һалған һайын, повидло ла ҡуйыраҡ була.  Ул хуш еҫле һәм асыҡ төҫтә булһын тиһәгеҙ, оҙаҡ ҡайнатмағыҙ.

Джем әҙерләү өсөн  еләктәрҙе шәкәр сиробында желе килеп сыҡҡансы ҡайнаталар.

Еләк-емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа һаҡлауҙың тағы бер  еңел ысулы – блендер менән иҙеп, әҙ генә шәкәр ҡушаып бутайһың да,  туңдырғыста һаҡлайһың.  Был осраҡта инде ҡышҡылыҡҡа  хуш еҫле һәм файҙалы тәмлекәс килеп сыға.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в