Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август , 20:10

Ташҡабаҡтан аджика

Бик үҙенсәлекле тәм килеп сыға, тиҙәр.

Ташҡабаҡтан аджика
Ташҡабаҡтан аджика

Ташҡабаҡ (кабачки) – 3 кг

Кишер – 500 г

Татлы борос – 500 г

Һарымһаҡ – 5 тырнаҡ

Помидор – 1,5 кг

Тарттырылған ҡыҙыл борос – 2,5 ҡалаҡ

Шәкәр – 2 ҡалаҡ

Үҫемлек майы – 200 г

Әҙерләү: помидорҙы, ташҡабаҡты, боросто, кишерҙе сиратлап ит турағыстан үткәрергә, һарымһаҡты иҙергә. Бөтә йәшелсәне бергә ҡушып болғарға һәм тоҙ, шәкәр, май һалып, уртаса утта 40 минут бешерергә. Шунан ҡыҙыл борос өҫтәп, тағы 10 минут бешерергә. Банкаларға бушатып, йылы әйбергә төрөп, 6 – 8 сәғәт һыуытырға.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в