Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август , 23:22

Стәрлетамаҡта – «Шумбрат!» фестивале

Стәрлетамаҡта «Шумбрат!» республика мордва милли мәҙәниәте фестивале үтте. Сара «Башҡортостан Республикаһының мордва милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһының 25 йыллыҡ юбилейына арналған.

Стәрлетамаҡта – «Шумбрат!» фестивале
Стәрлетамаҡта – «Шумбрат!» фестивале

Фестивалгә ярашлы,  «Сода» ҡала мәҙәниәт һарайында этнографик күргәҙмә эшләне. Унда ҡулдан эшләнгән милли әйберҙәр ҡуйылғайны, мордва халыҡ ижады буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте.

Был көндө Башҡортостан Республикаһы Мордва милли-мәҙәни үҙәгенең отчет-һайлау йыйылышы ла булды.

– Мордва милли-мәҙәни үҙәге мөһим миссия башҡара – халҡының мәҙәни кодын һаҡлай, уны балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренә тапшыра һәм башҡа халыҡтарҙы үҙ мәҙәниәте, теле, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштыра. Ихлас күңелдән ошо иҫ киткес байрам менән ҡотлайым һәм Мордва милли-мәҙәни үҙәгенә сәскә атыуҙарын, яңы ҡаҙаныштарын һәм ижади проекттарын теләйем, –  тине Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм  Ғәзизов.

Хакимиәт башлығы «Башҡортостан Республикаһының мордва милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлиә Герасимоваға милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу, мордва халҡының мәҙәниәтен һәм телен һаҡлау, пропагандалау буйынса әүҙем эш өсөн Почёт  грамотаһы тапшырҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар бөгөн үҙәк алдында торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм бурыстарҙы тикшерҙе һәм артабанғы үҫеш юлдарын билдәләне. Сара Мордва Республикаһының ижади коллективтары һәм артистары ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамланды.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в