

Форумда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, Беларусь Республикаһынан, Көньяҡ Осетиянан, Үзбәкстандан, Донецк Халыҡ Республикаһынан һәм Абхазиянан 1500-ҙән ашыу һәләтле бала, «Оло тәнәфес» берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Форумға ярашлы, эшлекле, фестиваль һәм экскурсия программалары ҡаралған. Оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән әңгәмәләр, ижади оҫтаханалар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа саралар үтәсәк. Мәғариф программаһын «Бала һәм мәҙәниәт. Быуындар диалогы» сессияһы асасаҡ. Ул «Остаздарҙан - йәш таланттарға» сараһы менән йомғаҡ яһаласаҡ.
Баш ҡаланың биш майҙансығында туғыҙ ижади йүнәлеш, шул иҫәптән әҙәбиәт, музейҙар һәм күргәҙмәләр, традицион һәм яңы медиа, кино, анимация, һынлы сәнғәт, музыка, театр һәм хореография сәнғәте буйынса саралар уҙғарыла. Бай эстәлекле мәҙәни программанан тыш, Мәскәү буйлап экскурсия маршруттары ла ҡаралған.
Фото: Т. АМАНОВ.