

Кишер япрағын да, үҙе кеүек үк, күҙгә файҙалы, тиҙәр. Бауырға ла ыңғай йоғонтоһо бар икән.
Япраҡтарҙы йыуып, турап, киптерергә лә, петрушка, укроп кеүек һәр аш-һыуға ҡушырға була.
Сәй һымаҡ бешереп тә эсәләр. Тик сама тигәнде онотмаҫҡа кәрәк.
Кишер япрағында К витамины бар. Шул витамин етмәһә, һөйәктәр муртлана, ҡан сифаты насарая, артерияла тоҙ барлыҡҡа килә.
Япраҡта селен да бар. Ул бөйөр, бауыр, талаҡ эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, иммун системаһын яҡшырта.
Кишер япрағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ир-егеттәр өсөн дә берҙәй файҙалы. Тик балаларға, төнәтмәһе менән ауыҙ сайҡатыуҙан һәм компрестан башҡа, ҡулланыу тыйыла.
Гүзәл зат өсөн: колорияһыҙ, цистит булғанда файҙалы, йәшәртеү һәләтенә лә эйә. Көслө зат өсөн: репродуктив системаһына ыңғай йоғонто яһай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.