Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август , 21:33

Хеҙмәт күрһәтеүҙең яңы форматы Башҡортостанда ғына ғәмәлгә ашырыла

Баш ҡалабыҙҙың Күп функциялы үҙәктең үҙәк офисында 2022 йылдың 26 июленән ғәмәлгә ашырылған ИНН тултырғанда Күп функциялы үҙәк менән Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы араһында ҡағыҙһыҙ эш итеү процедураһын күрһәтеү маҡсатында журналистар өсөн брифинг уҙҙы.  

Хеҙмәт күрһәтеүҙең яңы форматы Башҡортостанда ғына ғәмәлгә ашырыла
Хеҙмәт күрһәтеүҙең яңы форматы Башҡортостанда ғына ғәмәлгә ашырыла

«Электрон документ әйләнешенә күсеү документтарҙы килтереү ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм юғалтҡан йәки боҙолған осраҡта ИНН әҙерләгән өсөн 300 һум күләмендә дәүләт пошлинаһын түләүҙе бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе. Шуныһы мөһим: әҙер документ Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең ҡултамғаһы һәм мисәте менән нығытыла. Бөгөнгө көндә хеҙмәт күрһәтеүҙең яңы форматы Башҡортостанда ғына ғәмәлгә ашырыла һәм яҡын арала илдең башҡа төбәктәрендә лә ғәмәлгә ашырылыуы мөмкин», - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәге директоры Наталья Куприянова.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Святослав Чиликин билдәләүенсә, республика Күп функциялы үҙәктәр селтәрендә ведомствоның егерме биш хеҙмәте күрһәтелә. Шуларҙан ИНН рәсмиләштереү буйынса хеҙмәт ҙур һорау менән файҙаланыла.


Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в