

Бөгөн төндә Өфөлә Октябрь проспекты, 95/1 адресы буйынса янғын сыға. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.
Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр өйҙән 17 кешене эвакуациялаған. Улар 2,5х2,5 метр ҙурлыҡтағы аш-һыу бүлмәһенең яныуын асыҡлаған. 67 йәшлек хужа утты үҙаллы һүндерергә маташҡан, ләкин яныу продукттары менән ағыуланған. Ул 21-се ҡала клиник дауаханаһының токсикология бүлегенә оҙатылған.
Янғын көнкүреш приборҙарын дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында сыҡҡан, тип фаразлана.
Фото: Т. Аманов