Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2022, 08:08

Дауаханаларға 600 йәш табип эшкә киләсәк

 БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу маҡсатында медицина вуздары менән маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү төҙөй. Ошоноң буйынса 2022 йылда вуз тамамлаған  292 белгесте  һәм ординатура бөткән 359 табипты  эшкә урынлаштырыу планлаштырыла.

Дауаханаларға  600  йәш  табип эшкә киләсәкДауаханаларға  600  йәш  табип эшкә киләсәк
Дауаханаларға 600 йәш табип эшкә киләсәк

 

 Быйыл  Башҡортостанда  биш медицина учреждениеһы төҙөү планлаштырыла: Баймаҡ ҡалаһында поликлиника, Өфөлә 9-сы ҡала  клиник дауаханаһы, Мәсәғүттә һәм Оло Ыҡтамаҡта үҙәк район дауаханалары һәм Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһын төҙөкләндереү күҙаллана.   Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин «Сәләмәтлек сәғәте»ндә хәбәр итте.   

Шулай уҡ 44 авария хәлендәге ФАП-ты модулле ҡоролмаға алмаштырыу, 10 медицина ойошмаһын капиталь төҙөкләндереү планлаштырыла, 101 медицина ҡорамалы һатып алынған, 85 санитар автомобиль менән тәьмин итеү күҙаллана. 

 

  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас