Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август , 21:11

Барлыҡ төбәктәрҙә урып-йыйыу эштәре әүҙем бара

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев илдең ауыл хужалығы министрлығының оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар урып-йыйыу кампанияһы барышын тикшерҙе.

Барлыҡ төбәктәрҙә урып-йыйыу эштәре әүҙем бара
Барлыҡ төбәктәрҙә урып-йыйыу эштәре әүҙем бара

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Башҡортостан етәкселегенә сараны юғары кимәлдә ойошторғандары һәм уны әҙерләүҙә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе. Дмитрий Патрушев билдәләүенсә, барлыҡ федераль округтарҙа урып-йыйыу эштәре әүҙем алып барыла. Ил аграрийҙары майҙандарҙың 27 процентын эшкәрткән һәм 55 миллион тонна самаһы иген йыйып алған.

Шул уҡ ваҡытта айырым биләмәләрҙә ямғыр, юғары дымлылыҡ һәм ел эш барышын ҡатмарлаштырған.  Бынан тыш, сит ил тракторҙары һәм комбайндары өсөн комплектлаусы изделиелар менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар булыуы арҡаһында ауыл хужалығы техникаһына йөкләмә артҡан.

– Дөйөм алғанда, былар барыһы ла иген уңышы буйынса 130 миллион тонна күрһәткескә өлгәшеү йәһәтенән хәүеф тыуҙыра. Үҙебеҙҙең баҙарҙы тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ, был йәһәттән проблемалар булмаясаҡ. Әммә планлаштырылған күләмгә өлгәшмәһәк, 50 миллион тонна экспорт пландарын яңынан ҡарарға тура киләсәк. Был бөтә донъя иген баҙарында ла кире сағылыш табыуы ихтимал, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Патрушев.

Министр төбәк вәкилдәрен уңышты сифатлы һәм ваҡытында йыйып алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә саҡырҙы. Бынан тыш, киләһе йылдағы баҫыу эштәренә әҙерлекте әүҙемләштереү кәрәклеген дә белдерҙе.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в