Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август 2022, 05:05

Ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ артты

Башҡортостанда бер аҙнала балалар өсөн йәшелсә консервалары ҡиммәтләнгән. Тауарҙың уртаса хаҡы 5,7 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә Башстат аналитиктары.

Ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ арттыҠайһы бер аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ артты
Ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә йәнә хаҡ артты

Шулай уҡ помидорға, эремсеккә (1,3 процентҡа), сырға (1 процентҡа), балалар өсөн ит консерваларына, шоколад кәнфиттәренә лә хаҡ күтәрелгән.

 

Ҡайһы  бер аҙыҡ-түлек арзанайҙы. 1 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, сөгөлдөргә (12), картуфҡа (6,2), ҡыярға (5,3), кишергә (4,6), тауыҡ йомортҡаһына (4,2), башлы һуғанға (3,4 процентҡа) хаҡ төшкән.

 

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас