Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Август , 20:47

«Агросәнәғәт комплексы – төп тармаҡтарҙың береһе»

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән осрашты. Уның барышында төбәктең агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре, урып-йыйыу кампанияһы барышы, шулай уҡ агросәнәғәт комплексына федераль ярҙам саралары ҡаралды.

«Агросәнәғәт комплексы – төп тармаҡтарҙың береһе»
«Агросәнәғәт комплексы – төп тармаҡтарҙың береһе»

– Агросәнәғәт комплексы – Башҡортостан иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе. Яңы проекттарҙы планлаштырыуҙы һәм тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Беҙҙең ҡаҙаныштар күп йәһәттән Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы һәм иғтибары менән бәйле, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе  ауыл хужалығы етештереүселәренең техник паркын модернизациялауҙың яҡшы динамикаһын билдәләне. Төбәк субсидиялары һәм «Росагролизинг»тың ташламалы программалары биш йыл эсендә республика аграрийҙарына 42 миллиард һумға 15 меңдән ашыу берәмек техника һатып алырға мөмкинлек биргән.

Өҫтәүенә Башҡортостан Белоруссияның техника етештереүселәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Әлеге 2022 йылдың майында Республика Башлығы «Өфө» индустриаль паркы майҙансығында булғайны. Унда ауыл хужалығы ҡорамалдары сығарыу буйынса «АМКОДОР» компанияһының етештереү комплексы төҙөлә башлағайны.

Осрашыуҙа Радий Фәрит улы Башҡортостанда ауыл хужалығы биләмәләре мелиорацияһын үҫтереү перспективаларын да юғары баһаланы. 2022 йылдан илдә ошо йүнәлештә дәүләт ярҙамы программаһы эшләй башланы.

Дмитрий Патрушев Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү үҫешенең яҡшы динамикаһын билдәләне. Һуңғы йыл ярым эсендә республикала ҡош ите етештереү һәм һөт һауыу буйынса күрһәткестәр артты, тип өҫтәне министр. Шулай уҡ сусҡасылыҡ буйынса ла ыңғай динамика күҙәтелә. Был, үҙ сиратында, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенә ыңғай йоғонто яһай.

Әйткәндәй, 2022 йылда төбәк агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы өсөн федераль бюджеттан 3 миллиард һум йүнәлтелгән. Ә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы яғынан «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға 900 миллион һумдан ашыу бүленгән.

Дмитрий Патрушев Башҡортостандың Рәсәйҙә ауыл ипотекаһы буйынса алдынғы урын биләүен билдәләне. Былтыр 6 миллиард һумға – 3 меңдән ашыу, ә 2022 йылда 500 миллион һумға 200-ҙән ашыу ташламалы кредит бирелгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в