

"Медицина автопаркын яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн дауаханаларға һәм балалар поликлиникаларына 32 яңы автомобиль тапшырылды. Шуларҙың бишәүһе Өфөлә ҡалды, ҡалғандары республика ҡала һәм райондарында эшләйәсәк.
Беҙҙең табиптарға, фельдшерҙарға һәм водителдәргә намыҫлы хеҙмәте, һөнәренә тоғролоҡтары һәм пациенттар тураһында хәстәрлек күреүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм.
Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үткем килә: беҙ артабан да лайыҡлы шарттар булдырыу өсөн кәрәкле ҡормала һәм транспорт менән тәьмин итәсәкбеҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!"