+21 °С
Болотло


Рәсәй Президенты Владимир Путин “әсәлек капиталы”н шәхси мәғариф учреждениеларында белем алыу өсөн тотоноуға рөхсәт биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Был, иң тәү сиратта, мәктәпкәсә белем биреүгә ҡағыла: ата-әсәләр шәхси (лицензиялы) балалар баҡсалары өсөн түләй аласаҡ.
Әйткәндәй, быйыл капитал күләме артты: тәүге балаға – 524,5 мең, икенсеһенә 693,1 мең һум.