Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Август 2022, 08:57

Балағыҙҙы тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ!

Баш ҡалабыҙ Өфөлә генә йәйге миҙгелдә 13 бала тәҙрәнән ҡолап төшкән. Үкенескә күрә, икәүһе үлгән. Бына әле тағы бер осраҡ.

Балағыҙҙы тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ!Балағыҙҙы тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ!
Балағыҙҙы тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ!

Өфөлә туғыҙ ҡатлы йорт янында йәрәхәтләнгән бала табыла. Ике йәшлек ҡыҙыҡай бишенсе ҡаттың тәҙрәһенән ҡолаған. Ул өйҙә яңғыҙы булмаған. Их, өлкәндәр, иғтибарлыраҡ булһағыҙсы!

Ҡыҙҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткәндәр. Баҡһаң, бала москит сеткаһына таянған...

Ата-әсәләр, өлкәндәр!

Зинһар, бәләкәй балаларҙы яңғыҙ һәм иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ! Баланы асыҡ тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ. Был осраҡта балаға түгел, хатта өлкән кешегә лә хәүеф янай. Москит сеткалары ныҡ тормай!

Тәҙрәгә махсус фиксатор алып ҡуйығыҙ. Сеткаларҙы нығытығыҙ.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас