

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Иглин районында ике үлемесле авария теркәлгән.
Көндөҙгө сәғәт икелә Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1541-се саҡрымында Көйөргәҙе районынан 49 йәшлек водитель "Man" йөк машинаһында ыңғай барған "Scania"ға барып бәрелгән. Был бәрелеүҙән "Scania" алдан барған икенсе "Маn"ға һуғылған. Аварияла ауыр йәрәхәтләнгән 49 йәшлек водитель йән биргән...
Өс сәғәттән һуң ошо уҡ юлдың 1546-сы саҡрымында Өфөнән 52 йәшлек ҡатын "Renault Kaptur" машинаһында ҡаршы килгән "Man" фураһына ҡағылып, ҡаршы килгән "Lifan Solano" машинаһына маңлайға-маңлай бәрелгән. Аварияла "Lifan" водителе, 35 йәшлек ҡатын, шунда уҡ һәләк була... Уның 12 йәшлек улы, 10 йәшлек ҡыҙы дауаханала. "Renault" водителе менән ике пассажиры, 35 йәшлек ҡатын менән 15 йәшлек ҡыҙ ҙа, медучреждениеға оҙатылған.
Ике юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Юлда һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: БР ЮХХДИ.