

Ғинуар-майҙа республикала уртаса хеҙмәт хаҡының күләме 44 995 һум булған. Был, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 13,6 процентҡа күберәк. Шулай ҙа аныҡ түләнгән эш хаҡы әҙерәк килеп сыҡҡан.
Башҡортостан статистикаһы хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, иң юғары эш хаҡы, ғәҙәттәгесә, файҙалы ҡаҙылмалар табыусыларҙа - уртаса 71 мең һум. Һөнәри, ғилми һәм техник эшмәкәрлек тармағындағыларҙыҡы - 63 мең һум. Финансистар һәм страховкалаусылар уларҙан саҡ ҡына әҙерәк ала - 61,3 мең һум. Эшкәртеү сәнәғәтендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы - айына 50,5 мең һум.