Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Август 2022, 10:26

Уттан һаҡ булығыҙ!

15 июлдең таңында Хәйбулла районының Подольск ауылында торлаҡ йортта янғын башланып, 1971 йылғы ҡатын менән 2010 йылғы бала уттан зыян күрә. Улар үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатыла. 17 июлдә ҡатынды Өфөгә, 18-се ҡала клиник дауаханаһына күсерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кисә ул дауалау учреждениеһында йән биргән... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Уттан һаҡ булығыҙ!Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!

Хөрмәтле граждандар! Янғын хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләренә иғтибарҙы йүнәлтергә саҡырабыҙ:

- бинала тәмәке тартмағыҙ, һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен аяҡ аҫтына ташламағыҙ;

- электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, электр селтәренә көсөргәнеште арттырмағыҙ. Розетка, выключателдәрегеҙҙе төҙөк тотоғоҙ, ваҡытында ремонтлағыҙ йәки алмаштырығыҙ, удлинителдәргә айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Электр йылытыу приборҙарын төнгөлөккә ҡабыҙып ҡалдырмағыҙ, улар өҫтөндә кейем киптермәгеҙ;

- балаларығыҙ шырпы, ҡабыҙғыс, электр йылытыу приборҙары менән уйнамаһын;
 
- янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 01, кеҫә телефонынан 101 йәки 112 һандарына шылтыратығыҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!
Уттан һаҡ булығыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас