Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Август 2022, 11:10

Турист, турист булғаның өсөн аҡса түләргә әҙерһеңме?

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы «Туристик йыйым тураһында»ғы федераль закон проекты концепцияһын хупланы.

Турист, турист булғаның өсөн аҡса түләргә әҙерһеңме?Турист, турист булғаның өсөн аҡса түләргә әҙерһеңме?
Турист, турист булғаның өсөн аҡса түләргә әҙерһеңме?

Документ РФ Дәүләт Думаһынан төбәк парламенттарына ебәрелгәйне.

Республика парламенты спикеры белдереүенсә, закон проекты туристик йыйымды бөтә ерҙә лә индереүҙе күҙ уңында тотмай, ә төбәктәргә ошондай ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын биреүҙе тәҡдим итә.

– Туристик йыйым – субъекттың бюджетына индерелергә тейешле маҡсатлы түләү һәм ул туристик инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелә ала, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Федераль законды ҡабул иткән осраҡта туристик йыйым индереләсәк аныҡ муниципалитеттар исемлеге, йыйымдың күләме, уны бюджетҡа индереү тәртибе һәм башҡа параметрҙар төбәк закондарында билдәләнәсәк.

Закон проектына ярашлы, туристик йыйым түләүселәр тип туристик объекттарҙа 24 сәғәттән ашыу йәшәүсе балиғ булған граждандар таныла. Туристик йыйымдың күләме миҙгелгә, урынлашыу урынына ҡарап билдәләнә, әммә 100 һумдан да артырға тейеш түгел, тип яҙа Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас