Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Август 2022, 10:47

Тәүлек эсендә муттар 13 кешене алдаған

Туймазынан 40 йәшлек иргә ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, билдәһеҙ кешеләрҙең уның иҫәбенән аҡса урларға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Аферист ҡатын ирҙе алдап-алдап, уны өс миллион һумдан ашыуыраҡ кредит алырға, һуңынан был аҡсаларҙы "бик ышаныслы иҫәптәргә" күсерергә өгөтләп күндергән. Хәҙер ир ул миллиондарҙы нисек түләп бөтөр, билдәһеҙ...

Тәүлек эсендә муттар 13 кешене алдағанТәүлек эсендә муттар 13 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 13 кешене алдаған

Өфөлә йәшәгән 87 йәшлек әбейгә иртән стационар телефонға ҡыҙ кеше шылтыратып, туғаны булып һөйләшкән, йәнәһе лә, ул аварияға тарыған, ярҙамға мохтаж. Артабан телефон трубкаһын ҡатын кеше алып, үҙен тәфтишсемен, тип таныштырған. Ул пенсионерға, юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған туғанына ҡарата енәйәт эше асылмаһын өсөн, зыянды ҡапларға кәрәклеген аңлатҡан.

"Тәфишсе"нең өйрәтеүе буйынса, әбей бер нисә ғариза яҙған, бөтә булған аҡсаһын, 450 мең һумдан ашыуыраҡ сумманы, йыйып, курьерға биргән.

Бер нисә сәғәттән әбейгә ысын туғаны шылтыратҡас, ул үҙенең алданыуын аңлап, полицияға ашыҡҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас