

БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, Өфөнән Максим Серафимов һәм Әбйәлилдән Тамерлан Илһамов махсус хәрби операция ваҡытында батырлыҡ күрһәткәндәре өсөн, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде. Награда егеттәрҙең ата-әсәһенә тапшырылды.
- Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, - тине Радий Хәбиров. Батырҙарҙың исеме мәңгеләштереләсәк.
Шулай уҡ үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булдылар: Өфөнән Альберт Аллағолов, Владимир Кельдин, Сибайҙан Егор Ефимов, Ҡырмыҫҡалы районынан Марсель Ҡорманалин.