Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Август 2022, 05:50

Көнбағыш майы етерлек буласаҡ

Быйыл республикала көнбағыш уңышының мул булыуы фаразлана. Уның күҙалланған күләме тураһында БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итә.

Көнбағыш майы етерлек буласаҡКөнбағыш майы етерлек буласаҡ
Көнбағыш майы етерлек буласаҡ

Көнбағыш уңышы 350-360 мең тонна самаһы булыуы көтөлә. Быйыл ул 302,9 мең гектар майҙанда сәселгән. Был былтырғыға ҡарағанда 14 процентҡа күберәк.

Радий Хәбиров Телеграм-каналында яҙыуынса, көнбағыш майы етештереү ҙә яйға һалынған - беҙҙә ике завод эшләй.

"Беҙҙең был предприятиелар йылына 320 мең тонна май сығара. Был халыҡ ихтыяжынан алты тапҡыр күберәк, тимәк, май менән үҙебеҙҙе лә тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ, башҡа төбәктәргә лә һатасаҡбыҙ", - тигән Башҡортостан Башлығы.

Фото: Телеграм-канал (Радий Хәбиров).

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас