

Башҡортостандың Һәм Ҡалмыҡстандың баш ҡалаларын хәҙер тура самолет рейсы яҡынайтасаҡ.
Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков беҙгә "Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашыу өсөн килгәйне. Уның Радий Хәбиров менән осрашыуында ике республика араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль-мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Тура авиарейс асыу ана шул килешеүҙең бер пунктына инә.
Башҡортостан Башлығы фекеренсә, был ике төбәк халҡын яҡынайтасаҡ.