

Ил башлығы Хәрби-диңгеҙ флотының Карап уставын һәм Диңгеҙ доктринаһын раҫланы. Һуңғы тапҡыр был документтарҙы Ҡырым республикаһының ҡушылыуынан һуң, 2015 йылда, үҙгәрткәйнеләр. Әле уныһы ғәмәлдән сығарылды.
Владимир Путин бөгөн ВМФ көнө айҡанлы Кронштадта парадта ҡатнашты. Шунда белдереүенсә, яңы Диңгеҙ доктринаһында Рәсәйҙең бөтә сиге, шул иҫәптән Арктикала һәм Ҡара диңгеҙ буйында, аныҡ билдәләнгән. Документҡа ярашлы, был сик буйҙарын һаҡлау һәм тәьмин итеү әҙерлеге ныҡлы.
Доктринала шулай уҡ мобилизация әҙерлеге тураһында положение бар. Бөгөнгө шарттарҙа, йәғни Көнбайыштың санкциялары һәм Украиналағы махсус хәрби операция барышында, был үтә мөһим.
Фото: Газета.ру