

Балаға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатыу өсөн мөмкин булған бар уңайлы мәлде файҙаланығыҙ.
Уның иғтибарын урамда машиналарҙың, автобустарҙың, трамвайҙарҙың күп булыуына йүнәлтегеҙ. Һәм унда билдәле бер тәртип бар. Машиналарҙың нисек йөрөүе, кешеләрҙең тротуарҙар буйлап хәрәкәт итеүе хаҡында һөйләгеҙ.
Бала менән урам аша сыҡҡанда үҙегеҙҙең миҫалығыҙҙа тәүҙә һулға, шунан уң яҡҡа ҡарарға кәрәклекте аңлатығыҙ, күрһәтегеҙ. Урамды ҡырын түгел, ә туранан-тура үтегеҙ. Автобус һәм троллейбусты - арттан, ә трамвайҙы алдан урап үтергә икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан