Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Июль 2022, 08:36

Башҡорт атын өйрәнеү буйынса институт булдырылырмы?

Баймаҡ районында кисә үткән "Башҡорт аты" фестивалендә ойошторолған "түңәрәк өҫтәл"дә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса махсус институт булдырыу тәҡдимен әйтте.

Башҡорт атын өйрәнеү буйынса институт булдырылырмы?Башҡорт атын өйрәнеү буйынса институт булдырылырмы?
Башҡорт атын өйрәнеү буйынса институт булдырылырмы?

- Бөгөн беҙ башҡорт тоҡомло атты һаҡлауға йүнәлтелгән программа төҙөү буйынса эш алып барабыҙ. Был эшкә ғилми ҡараш та кәрәк. Шуға институт эшләһә яҡшы булыр ине. Уны Фәндәр академияһына йәки донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенә ҡушырға мөмкин, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ финанс яҡтан булышлыҡ итергә әҙербеҙ.

Күҙалланыуынса, институт тоҡомдо һаҡлау буйынса эшләйәсәк, үҫтереү тенденцияларын өйрәнәсәк һәм йылҡысылыҡ, ҡымыҙ менән дауаланыу, ҡымыҙ етештереү тармағы эше буйынса тәҡдимдәр еткерәсәк.

Әйткәндәй, яңы институтты Шишмә районында буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы майҙанында урынлаштырыуҙары ихтимал.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас