

"Беҙ был сараны матур һәм сағыу итеп ойошторорға тырыштыҡ. Программала - бәйге, милли спорт төрҙәре, йылҡысылыҡ продукцияһы менән танышырға була. шул уҡ ваҡытта фестиваль - етди ғилми сара. Бында сит ил ғалимдары ла ҡатнаша. Төп маҡсат - йылҡысылыҡ тармағының проблемаларын барлыу, спорт һәм етештереү торошон анализлау, генетика үҫеше йүнәлештәрен һәм тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү", - тип яҙған БР Башлығы социаль селтәрҙә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, башҡорттар атҡа иғтибарҙы кәметмәй. Беҙҙең бурыс - Башҡортостанда йылҡысылыҡтың сәскә атыуын тәьмин итеү.
Фото: vk.com (Р. Хәбиров сәхифәһенән)