Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июля 2022, 15:54

Ярлыларға - махсус карта

Рәсәйҙә әҙ тәьмин ителгәндәр өсөн ташламалы социаль карта барлыҡҡа килеүе ихтимал. Депутаттар закон проектын әҙерләгән дә инде.

Ярлыларға - махсус картаЯрлыларға - махсус карта
Ярлыларға - махсус карта

Документ авторҙары әйтеүенсә, бындай карта эйәләре магазинда, дарыуханаларҙа тауарҙы ташлама менән ала аласаҡ. Карталарҙың яңы йыл башында уҡ сығыуы мөмкин. Тик РФ Дәүләт Думаһында законды ҡабул итеүҙәре генә шарт, йәғни "Дәүләт социаль ярҙамы тураһында"ғы закон проектына үҙгәрештәр индерелгән хәлдә килемдәре йәшәү минимумынан да түбән булған граждандар ташламалы карта менән файҙалана алыр ине.

Көҙгө сессия эшләй башлағас та, был проектты ҡарарға тейештәр.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас