Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июль 2022, 04:13

Спорт фестивалдәре гөрләп үтте

Барыһы ла ГТО нормаһын тапшырырға ашыға.

Спорт фестивалдәре гөрләп үттеСпорт фестивалдәре гөрләп үтте
Спорт фестивалдәре гөрләп үтте

Октябрьский ҡалаһында ГТО буйынса төрлө сарала был йылдың яртыһында ғына 1661 кеше ҡатнашҡан. Ҡалала биш фестиваль ойошторолған: уҡыусылар араһында ҡышҡы һәм йәйге фестиваль, ҡышҡыһының икенсе этабы, Президент фондтары ярҙамында "Төп еңеү - үҙеңде еңеү", предприятиелар араһындағы фестивалдәр.

ГТО нормаларын тапшырыу һуңғы йылдарҙа бик әүҙемләште. Халыҡ үҙ физик мөмкинлеген тикшерергә ынтыла. Тотош ғаиләләр ГТО үтәргә килә.

"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше буйынса саралар күп ойошторола.

ФОто: Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас