

Ике йыллыҡ тәнәфестән һуң быйыл форум традицион форматҡа әйләнеп ҡайтты. Шуға ҡарамаҫтан социаль селтәрҙәрҙә трансляцияларға ла ҡушылырға мөмкин ине.
Йәштәр форумы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Ул «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге» темаһына арналды.
– «Иволга» ун йыл дауамында Волга буйы федераль округының һәм беҙҙең илдең башҡа төбәктәренең иң әүҙем, һәләтле йәштәрен йыйыу нөктәһе булып тора. Ошо йыл эсендә 20 меңдән ашыу йәш кеше файҙалы күнекмә һәм белем алды. Форум айҡанлы төбәктәрҙәге ҡатнашыусыларҙың тормошто яҡшыртыу һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеү буйынса 500-ҙән ашыу проекты ғәмәлгә ашырылды, – тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров.
Ул нисә йыл дауамында форумды үҫтереүгә көс һалған ойоштороусыларҙы, ҡатнашыусыларҙы бүләкләне, шулай уҡ грант конкурсы еңеүселәрен дә тәбрикләне.
Фото: Т. АМАНОВ.