Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Июля 2022, 08:49

"Башҡорт аты" фестивале асылды

Бөгөн Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло атҡа арналған ҙур йыйын башланды. Сара Граф күле буйында үтә.

"Башҡорт аты" фестивале асылды"Башҡорт аты" фестивале асылды
"Башҡорт аты" фестивале асылды

"Башҡорт аты" фестивале БР Башлығы указына ярашлы ойошторолдо. Иң тәүҙә "Ылаҡ" һәм "Ауҙарыш" уйындары старт алды.

Шулай уҡ бөгөн "Мәргән уҡсы" төбәк-ара фестивале лә үтәсәк һәм "Бәйге" күп алышына һайлап алыу туры була.
Иртәгә эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, ат сабыштары, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре күҙалланған.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.

 

"Башҡорт аты" фестивале асылды
"Башҡорт аты" фестивале асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас