

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә халыҡ күп йөрөгән юлға яңы электричка сығарыу хаҡында хәбәр итте.
"Ҡарлуғас" ("Ласточка") араны 1 сәғәт тә 40 минутта үтә. Димдә, Шишмәлә, Шиңгәккүлдә, Дәүләкәндә туҡталыш яһай. Өфөнән - 09.04-тә, Раевканан 17.03-тә ҡуҙғала. Барлығы биш вагон.
Радий Хәбиров яҡын арала тағы бер "Орлан"дың йөрөй башлауын да әйткән. Юлдағыларға хәйерле юл теләгән.
Фото: vk.com