

Кассаға барғанда эскәмйәгә рюкзагын һалып торған. Ә был ваҡытта ҡала-ара поезы станцияға килгән булған. Ныҡ ашыҡҡан ир - билетын ғына алған да йүгергән.
Ә рюкзакты онотҡан. Шул саҡ вокзалда иғлан яңғыраған: эскәмйәлә эйәһеҙ рюкзак ята...
Полиция видеокүҙәтеү камералары аша табыштың эйәһен асыҡлаған. Тик электричка ҡуҙғалып киткән булған инде. Хоҡуҡ һаҡсылары оператив рәүештә транспорт бригадаһы менән бәйләнешкә сыҡҡан. Иғландан һуң, рюкзак хужаһы яҡын станцияла поездан төшөп, такси менән Стәрлетамаҡҡа кире килгән. Шулайтмаҫ та ине, рюкзакта ҙур сумма аҡса ятҡан - бер миллион һумдан ашыу. Ир уны улының уҡыуына түләргә уйлаған.
- Полицияға рәхмәт, кешенең бәләһенә битараф ҡалмағандары һәм тиҙ хәл иткәндәре өсөн! - ти ир ҡыуанып.
Әлдә рюкзакты полиция тапҡан...