Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Июль 2022, 10:19

Микротулҡынлы мейестә – голубцы

Тәме бик үҙенсәлекле килеп сыға, тиҙәр. Кемдең бешергәне бар?

Микротулҡынлы мейестә – голубцыМикротулҡынлы мейестә – голубцы
Микротулҡынлы мейестә – голубцы

Кәбеҫтә – бер баш

Фарш – 500 г

Дөгө – 70 г

Бер башлы һуған

Тоҙ – тәменсә

(дүрт порцияға)

Үҙегеҙгә оҡшаған фаршты алығыҙ. Дөгө түңәрәк сортлы булһа, яҡшыраҡ. Кәбеҫтәне кемдер алдан духовкала бешерә, кемдер һыуҙа йомшарта. 10 минут микротулҡынлы мейестә бешерергә лә мөмкин. Уны һыуытҡас, япраҡтарын ипләп кенә алырға. Дөгөнө бешереп, фаршҡа ҡушырға. Унда тәмләткестәр һалырға ла мөмкин. Һуғанды ваҡлап турап өҫтәргә. Алдан әҙ генә ҡыҙҙырып алырға ла ярай. Яҡшылап бутарға.

Массаны япраҡтың ҡалыныраҡ еренә һалып, голубцы итеп төрөргә. Уларҙы микротулҡынлы мейестә ҡулланырға яраған формаға (һауытҡа) теҙеп, 100 мл һыу өҫтәргә һәм ябып (махсус пленка йәки ҡапҡас менән), ҡеүәтен 1000-гә ҡуйып, 10 минут бешерергә.

Әгәр ҙә ҡеүәте 800 булһа – 12, 600 булһа 15 минут бешерергә кәрәк.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас