Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2022, 11:11

Юл фажиғәләре...

Өфөләге фажиғә урынына республиканың эске эштәр министры Роман Деев килгән. Башҡортостан полицияһы башлығы фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса ведомство подразделениелары эшен күҙәтә. Әле унда тәфтиш-оператив төркөм һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығы эксперт-криминалистары эшләй. Йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 38 йәшлек ҡатын менән уның биш йәшлек балаһын тапап үлтергән 28 йәшлек водитель-ҡатындың әйтеүенсә, ул балаһын ашатырға иғтибарын ситкә йүнәлткән, бәрелгәндән һуң педалдәрҙе бутап, газға баҫҡан...  

Юл фажиғәләре...Юл фажиғәләре...
Юл фажиғәләре...

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ете кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1500-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 27 эскән водитель тотолған.

Кисә киске сәғәт ун бер тирәһендә Нефтекама ҡалаһы янындағы Әмзә ауылында 25 йәшлек егет "Lada Granta" машинаһында велосипедта китеп барған 14 йәшлек үҫмерҙе бәрҙергән. Йәрәхәтләнгән үҫмерҙе дауаханаға оҙатҡандар. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас