Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2022, 04:10

Танып буйында этно-арт симпозиум

Борай районында яңы бренд барлыҡҡа килде - "Танып-Һыу".

Танып буйында этно-арт симпозиумТанып буйында этно-арт симпозиум
Танып буйында этно-арт симпозиум
Ул - этно-арт симпозиум. Президент гранттарының мәҙәни башланғыстар буйынса беренсе конкурсы еңеүсеһе.
Райондағы Танып йылғаһы буйында төрлө милләт дуҫ һәм татыу йәшәй. Әле симпозиум икенсе мәртәбә ойошторолдо. Унда рәссамдар үҙҙәренең ижады менән таныштыра. Һәр кем үҙ тарихын яҙа. Симпозиумда Борай балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Бында күргәҙмәләр ҙә, оҫталыҡ дәрестәре лә үтә.
Фото: Борай районы хакимиәтенән.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас