Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2022, 06:22

Сит илдә йәшәйһең, һалымды Рәсәйгә түләйһең...

РФ Финанс министрлығы Һалым кодексына үҙгәрештәр әҙерләгән.

Сит илдә йәшәйһең, һалымды Рәсәйгә түләйһең...Сит илдә йәшәйһең, һалымды Рәсәйгә түләйһең...
Сит илдә йәшәйһең, һалымды Рәсәйгә түләйһең...

Закон проекты буйынса фекер алышыуҙар башланған, ул ҡабул ителһә, яңы ҡағиҙәләр 2023 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.

Шулай итеп, документ нимә тураһында? Беләһегеҙ, Рәсәйҙән сит илгә китеүселәр күбәйҙе. Әммә ҡайһы берәүҙәре беҙҙән хеҙмәт хаҡы алыуын дауам итә. Бына тап шундайҙарға һалымды арттырыу күҙаллана.

Пандемия осоронда сит илгә китеп, онлайн эшләүсе белгестәр һаны артҡан. Әле иһә Украиналағы махсус хәрби операция барышында ла шундай уҡ хәл күҙәтелә.

Һалым кодексының ғәмәлдәге нормаларына ярашлы, кеше сит илдә йәшәп, Рәсәй ойошма-компанияларында дистанцион эшләһә һәм хеҙмәт хаҡын беҙҙән алһа ла, был Рәсәйҙән ситтәге сығанаҡтан аҡса алыу булып һанала. Рәсәйҙә килемгә һалым 13 процент (байҙар – 15). Сит илдәрҙә иһә уның күләме башҡаса. Әгәр ҙә кеше сит илдә йылына 183 көн һәм унан оҙағыраҡ ҡалһа, ул беҙҙең илдә һалым резиденты булыуҙан туҡтай. Әммә яңы проектта ҡаралғанса, кеше ошо ваҡыт арауығынан һуң да, беҙҙән түләү алһа, уға һалым һалырға ниәтләйҙәр.

Ҡатмарлы тәҡдим...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас