

Башҡортостандың Тәтешле районы Үрге Салай ауылы ҡыҙы үҙенең тыуған ауылына әсәһен күрергә ҡайтҡан сағында, 2017 йылдың 27 июлендә ҡапыл ғына йөрәк өйәнәге тотоп, мәрхүмә була. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Фәрхиҙең һаулығы насарая. 2012 йылда ауыр операция ла яһата.
Үлеренән ике сәғәт кенә алда "Татар-информ"ға интервью бирә.
Талантлы һәм егәрле шәхес, халыҡтың яратҡан йырсыһын 29 июлдә Ҡазанда ерләйҙәр.
"Киске Ҡазан" баҫмаһы белдереүенсә, Хәниә Фәрхи тыуған ауылында үлеп, Ҡазанда ерләнеүен теләгән булған...