Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2022, 18:34

Хәүефһеҙлекте онотмағыҙ!

Әле генә беҙ, ирекмәндәр, урманда юғалған ҡатынды эҙләүгә барып ҡайттыҡ. Айыуҙар төйәк иткән ергә юлланғанда бер аҙ шөрләтте шөрләтеүгә. Яңылыш өҫтөнә барып сыҡһаң, тайыштабан кәрәгеңде бирер, исем-шәрифеңде, нимә эшләп йөрөүеңде һорап тормаҫ. Ләкин, бәхеттән, беҙ барып етеүгә ҡатынды ире эҙләп табып, өйөнә алып ҡайтып тора ине.

Хәүефһеҙлекте онотмағыҙ!Хәүефһеҙлекте онотмағыҙ!
Хәүефһеҙлекте онотмағыҙ!

Хәл былай булған. Бер нисә ҡатын еләк йыйырға барған. Сәғәт бишенсе яртыла машина янында осрашырға һөйләшкәндәр. Килешкән ваҡытҡа барыһы ла килеп еткән, тик 31 йәшлек ҡатын ғына килмәгән. Телефоны машина эсендә ятып ҡалған. Хәйер, унда бәйләнеш тә юҡ инде ул, шулай ҙа телефоны үҙе менән булһа, 112 номерына шылтыратып, бәйләнешкә сығыр ине... 

Ҡатындар уны тегеләй-былай йүгереп эҙләп ҡараған да, полицияға хәбәр иткәндәр. Ире мотоциклға атланып, урманға елдергән. Сигналға баҫып, байтаҡ ваҡыт эҙләгән.

Ҡатын урманда биш сәғәт аҙашып йөрөгән: бер һуҡмаҡҡа барып сыҡҡан да, шуның буйлап китеп тик барған - ауылдан бөтөнләй икенсе, ҡапма-ҡаршы яҡҡа. Әллә ни ҡурҡманым, ти үҙе: "Урманда йыш йөрөйөм". Ә иренең ҡото осҡайны...

Әйткәндәй, имен-һау табылған ҡатын еләк йыйырға барғанда камуфляж кейем кейгән. Күпме тапҡыр иҫкәртәбеҙ, ҡырға сыҡҡанда мотлаҡ сағыу, алыҫтан күренеп торған кейем кейегеҙ, тип, әммә кәңәштәргә ҡолаҡ һалыусы юҡ. Үҙегеҙ яҡшы белгән ерҙә генә иркен йөрөгөҙ, урманда аҙашыуы бер ни тормай. Асыҡ урындан алыҫ китмәгеҙ. Аҙашҡан осраҡта, ҡайҙа тораһығыҙ - шунда ҡалығыҙ.

Ярай ҙа аҙашып йөрөп тә, табылһағыҙ, ә бит ҡайтыр юлды тапмауығыҙ ҙа ихтимал (Аллам һаҡлаһын ундайҙан!)

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

P.S. Видеокамера яҙмаһы 2021 йылғы, Хабаровск крайында төшөрөлгән.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас