Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2022, 11:37

Донбасҡа 17-се автоколонна оҙатылды

Был юлы йөктә балалар ял үҙәгенә ике тоннанан ашыу ҡорамал тейәлгән.

Донбасҡа 17-се автоколонна оҙатылдыДонбасҡа 17-се автоколонна оҙатылды
Донбасҡа 17-се автоколонна оҙатылды

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса йөк оҙатыуҙа етәксе - "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Руслан Насретдинов. Шулай уҡ партиянан башҡа вәкилдәр ҙә бар.

Ошо көндәрҙә ЛНР-ҙа балалар ял үҙәге асыласаҡ. Беҙҙән алып барылған ҡорамалдар унда бик кәрәк. Ноутбуктар, принтер, проектор, мәктәп кәрәк-яраҡтары, ижад өсөн төрлө йыйылма, спорт инвентарҙары, әлбиттә, башҡорт балы - гуманитар колонналағы йөктә быларҙың барыһына ла урын табылған.

Йөктө оҙатыусылар хәбәр итеүенсә, улар Донецк сиген үткән.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас