Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Июль 2022, 03:43

30 июль «Ғаилә ялы» тип иғлан ителде

Ошо уңайҙан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы  республикабыҙҙың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында махсус саралар ойоштора.

30 июль «Ғаилә ялы» тип иғлан ителде30 июль «Ғаилә ялы» тип иғлан ителде
30 июль «Ғаилә ялы» тип иғлан ителде

Ҡайһы урында ниндәй саралар ойошторолғанын белгегеҙ килһә,  Башҡортостан Республикаһының Ғаилә порталында «Ғаилә афишаһы» бүлегендә https://www.семьярб.рф/family-poster/   танышырға мөмкин. Сараларҙа ҡатнашыу бушлай.

Ғаилә ялы программаһында парҙар өсөн психологик күнекмәләр планлаштырылған. Был иһә эмоциональ яҡтан яҡынайырға, үҙ-ара аңлашыуҙы һәм үҙ-ара эш итеүҙе яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Арт-практикалар үҙеңде һәм партнерыңды, хис-тойғоларыңды яҡшыраҡ аңларға булыша. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ғаилә ҡағиҙәләрен, ғаилә ҡаҙнаһының нигеҙҙәрен дә өйрәнәсәк. Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре, зоналар эшләйәсәк, «Ышаныс марафоны» тигән мауыҡтырғыс квест үткәреү ҙә күҙаллана. Ҡыҫҡаһы, ғаиләләрҙе күңелле ял саралары көтә!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас