

"Беҙ ураҡҡа төштөк. Бөгөн Ейәнсура районындағы "Баҫыу көнө"ндә быға символик рәүештә старт бирелде. Башҡа райондар ҙа тәбиғәт шарттарына ҡарап төшәсәк. Мәләүез районында ужым арышы йыйыла, ужым бойҙайын Көйөргәҙелә сабалар. Өфө, Йәрмәкәй, Туймазы, Көйөргәҙе райондарында иң иртә өлгөргән культура - ужым рыжигы (май культураһы булараҡ сәселгән үлән. -А. И.) йыйыла", - тип яҙған республика етәксеһе.
Ауыл эшсәндәренә 1 млн 757 мең гектарҙа бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйырға кәрәк. Быйыл шулай уҡ 435 мең 631 гектар майҙанда - май культуралары, 44 мең 320 гектарҙа - шәкәр сөгөлдөрө, 3 900 гектар ерҙә картуф һәм башҡа йәшелсә сәселгән.
Уңышлы эштәр, баҫыу уңғандары!
Фото: vk.com (Р. Хәбировтың сәхифәһенән)