

Президент Владимир Путин 2 октябрҙе Урта һөнәри белем биреү көнө тип иғлан итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
Указға ярашлы, яңы байрам урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү һәм популярлаштырыуға йүнәлтелә. Айырым дата булдырыу тәҡдиме менән РФ Мәғрифәт министрлығы сыҡҡан. Буласаҡ һөнәр эйәләрен уҡытыуға күп көс һалған педагогтар, мастерҙарҙың абруйын күтәреү мөһим.