Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2022, 11:28

Мортаза Рәхимов дауаханала

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов дауаханала ята.

Мортаза Рәхимов дауаханалаМортаза Рәхимов дауаханала
Мортаза Рәхимов дауаханала

Туғандары хәбәр итеүенсә, уның хәле ҡәнәғәтләнерлек. 

Мортаза бабай янына Радий Хәбиров менән Андрей Назаров та барып килгән.

Һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы Хәлил Мостафин һүҙҙәренсә, "Мортаза Ғөбәйҙулла улы планға ярашлы диспансерлаштырыу һәм тикшереү үтә. Ул йыл һайын тикшерелеп тора". Табип "Бабай"ҙың сәләмәтлек торошо йәшенә тура килеүен дә белдергән. 

Абруйлы аҡһаҡалға һаулыҡ теләйек!

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас