Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Июль 2022, 14:35

Иптәшен ҡотҡарған да бит, тик үҙе дүртенсе ҡаттан ҡолап төшкән шул

Кисә киске сәғәт ете тирәһендә ҡотҡарыусыларға шылтыратып, Өфөнөң Архитектура урамы, 20 адресы буйынса бер ирҙең тәҙрәлә эленеп тороуы, уға иптәшенең ярҙам итергә маташыуы тураһында хәбәр итәләр. Урынға ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә.

Иптәшен ҡотҡарған да бит, тик үҙе дүртенсе ҡаттан ҡолап төшкән шул
Иптәшен ҡотҡарған да бит, тик үҙе дүртенсе ҡаттан ҡолап төшкән шул

Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә кеше тәҙрә аҫтында ятҡан була. Уны йәһәтләп дауаханаға оҙаталар. Һуңынан тәҙрәлә эленеп торған түгел, ә уға ярҙам итергә тырышҡан ирҙең асфальтҡа ҡолауы асыҡлана. Ул иптәшен һөйрәтеп эскә индергән мәлдә генә үҙе аҫҡа оса... Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәте буйынса, ирҙәрҙең икеһе лә эскәнгә оҡшаған булған.

Хәлдең сәбәптәре асыҡлана. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: