

29 һәм 30 июлдә, Баймаҡ районының Граф күле буйында ойоштороласаҡ был сара йылҡысылыҡты үҫтереүгә, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәрен танытыуға, башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүгә арнала.
БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында яҙыуҙарынса, спорт ярыштары фестивалдең мөһим бер өлөшө буласаҡ. Унда "Ылаҡ", "Аламан Бәйге", "Ауҙарыш", "Тай-тулаҡ", "Бәйге" кеүек ярыш-уйындарҙы күрергә мөмкин.
Тамашасылар Рәсәйҙә иң ҙур ат парадын да күрәсәк. Фестиваль көндәре бай йөкмәткеле. Унда эшлекле һөйләшеү ҙә, конференциялар уҙғарыу ҙа күҙаллана. "Мәргән уҡсы" төбәк-ара фестивале лә үтә.
Әлбиттә, килгән халыҡты ҙур концерт менән оҙатасаҡтар.
ФОто: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.