

Борай районының Яңы Елдәк ауылында аталы-уллы Әхләф һәм Рәмил Зариповтар 20 йылдан артыҡ ауыл хужалығы менән булыша һәм уларға "Борай фермеры" бренды бирелгән. Зариповтар 812 гектар ер эшкәртелә. Хужалыҡта 270 баш эре мөғөҙлө, 62 йылҡы, 440 һарыҡ малы бар. Крәҫтиән-фермер хужалығы тәбиғи продукция етештерә, хәләл стандарты буйынса ит ярымфабрикаттары цехы ла уңышлы эшләй. “Борай фермеры” бренды аҫтында 40-тан ашыу төрлө ит ярымфабрикаттары, һөт продукцияһы, икмәк, бал, ит һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештерелә. 50 кешегә даими эш урыны булдырылған. Өфө ҡалаһында һәм Борай ауылындағы магазиндарында үҙ продукцияларын һатыу ойошторолған.
- Зариповтарҙың ғаилә бизнесы 2000-се йылдарҙа, һарыҡсылыҡ менән башланып китә. "Башҡортостан республикаһының башлаусы фермерҙарына ярҙам" программаһында ҡатнашып, улар ауылдарындағы ферманы төҙөкләндерҙе, ауыл хужалығы техникаһы алды, малдарының һанын арттырҙы. 2021 йылда “Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса грант алды. Ул аҡсаға ла мал һәм техника һатып алғандар. Бөгөн уңышлы эшләп килеүсе фермер ғаиләһе мәрхәмәтлек эше менән дә булыша: ауылдарында мәсет төҙөнөләр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡтнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә обелиск эшләттеләр. Ауылда төрлө байрамдар ойошторалар.
Шуға ла, беҙҙең республикала уңышлы фермер булыу өсөн нимә кәрәк, тигән һорауға яуап бирәм - тәү сиратта теләк һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк. Ә беҙ мотлаҡ ярҙам итербеҙ! - тип яҙа республика етәксеһе үҙ сәхифәһендә.