

Ҡорбан байрамы уңайынан Өфөләге “Ләлә” мәсетендә үткән ғәйеттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Был көндә мин Украинала фашизмға ҡаршы көрәшкән меңләгән Рәсәй, Башҡортостан егеттәре өсөн доға ҡылам”, – тине, шуға өҫтәп, республикабыҙҙа төҙөлгән батальондарҙағы егеттәрҙең тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиновтың фатихаһында нәҙер ҡорбаны салыу ниәтен белдерҙе.
Һәм ул Аллаһ Тәғәлә алдында бирелгән вәғәҙәһен үтәне: ҡорбанға тиелгән бер нисә һыйыр малының ите кисә, 22 июлдә, изге йома көнөндә, хәрби күнекмәләр үткән Башҡортостан егеттәренә – Александр Доставалов исемендәге ирекмәндәр батальонына алып барып еткерелде.
“Иткә өҫтәп, унан төрлө ризыҡ әҙерләү өсөн он, ярма, йәшелсә, тәмләткестәр, башҡа төрлө кәрәк-яраҡ, ҡаҙандар – барыһы ла килтерелде. Шулай уҡ республиканан махсус ашнаҡсылар ҙа ебәрелгәйне. Улар мул итеп туҡмаслы аш, былау, өлөш һәм башҡа ризыҡтар бешерҙе. Тыуған яғыбыҙҙан хатта милли аҙығыбыҙ ҡоротто ла ебәрергә онотмағандар, – тип һөйөнөп хәбәр итте А. Доставалов исемендәге батальондан хәрби-ялан имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизов. – Полигондағы хәрби күнекмәләрҙән ҡайтҡас, егеттәребеҙ йыуынып, тәһәрәтләнеп алғас, мин улар алдында илһөйәрлек, Ватанды яҡлауҙың, именлек өсөн көрәштең борон-борондан килгән изге ғәмәл булыуы хаҡында хөтбә һөйләнем, унан диндәштәребеҙ бергәләп йома намаҙы уҡыныҡ. Батальондағы егеттәребеҙҙең яртыһы – мосолмандар. Намаҙ уҡый белгәндәре лә, белмәгәндәре лә бар, әммә барыһы ла, шулай уҡ башҡа милләттәрҙән булған ҡәрҙәштәребеҙ ҙә диндең тормошта ни тиклем мөһим икәнен аңлай. Батальондағы барлыҡ яҡташтарыбыҙ бергәләшеп нәҙер ҡорбанынан әҙерләнгән мул табында һыйланды. Башҡортостаныбыҙға элек-электән хас булған тормош сағылышы булды был: беҙҙең республикабыҙҙа барлыҡ милләт, дин вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәй, бер-береһенең рухи ҡиммәттәренә, йолаларына оло ихтирам-хөрмәт менән ҡарай. Байрамдарҙа ғына түгел, иң ауыр мәлдәрҙә лә гел бергә улар. Ярҙам итеү, теләктәшлек, бергәләп яҡтылыҡҡа ынтылыу – ҡаныбыҙға һеңгән сифаттар. Ошоно тағы бер мәртәбә раҫлап, оло хәстәрлек, иғтибар күрһәткәне өсөн Радий Фәрит улына күмәкләшеп ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Уның Аллаһ Тәғәлә алдында ниәт итеп салған нәҙер ҡорбаны ҡабул булһын, иншаллаһ! Үҙенә, ғаиләһенә, яҡындарына именлек, һаулыҡ, яуаплы эшендә ҙур уңыштар насип итһен! Шулай уҡ Украинала хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәргә һаулыҡ, мөһим бурыстарын үтәп, тыуған ерҙәренә имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”.
Хәмзә хәҙрәт әйтеүенсә, Доставалов исемендәге батальон егеттәре хәрби күнекмәләрҙе уңышлы үтә. Кисә өр-яңы хәрби техника ла бирелгән. Башҡортостанда тапшырылған кейемдән тыш, яланда шөғөлләнеү өсөн айырым махсус формалар ҙа таратылған. Ғөмүмән, батальон бөтөн кәрәк-яраҡ менән яҡшы тәьмин ителгән. Өҫтәүенә һәр кемгә түләүҙәр тәғәйенләнгән, шулай уҡ ғаиләләренә лә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора.
Билдәле булыуынса, Украинала барған хәрби хәрәкәттә илебеҙ яугирҙәренә ярҙам итеү, тыныслыҡ урынлаштырыуға өлөш индереү маҡсатында Башҡортостанда ике – Рәсәй Геройҙары Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар төҙөлдө. Улар әле ике урында махсус хәрби күнекмәләр үтә. Һалдаттарҙы бар республикабыҙ халҡы, дәүләт етәкселеге имен-аман йөрөп ҡайтыуҙарын теләп, оло ышаныс бағлап оҙатып ҡалды.
Оҙаҡламай, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон егеттәренә лә ҡорбан салынып ебәреләсәк һәм тәмле ризыҡтар әҙерләнәсәк.