Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Июля 2022, 11:45

Туристик төркөм водителе һәләк булған

64 йәшлек ир батып үлгән.

Туристик төркөм водителе һәләк булғанТуристик төркөм водителе һәләк булған
Туристик төркөм водителе һәләк булған

Бөгөн, 23 июлдә, Бөрйән районының Ҡотан ауылы янында Ағиҙел йылғаһында 64 йәшлек ир батып үлгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булған ир быға тиклем һалда ағып төшкән туристик төркөм водителенең ярҙамсыһы булған.

- Үҙаллы эҙләнеүҙәр бер сәғәт эсендә һөҙөмтә бирмәгән.Күпмелер ваҡыттан һуң һыуҙан уның кәүҙәһен шаһиттар тапҡан һәм сығарған, - тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, ир һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында һыуға төшкән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас